

Таймаҫ ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Гөлсәсәк Шәрәфетдин ҡыҙы ЗӘЙНУЛЛИНАны оло юбилейы - 80 йәше тулыу айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, һине күңел көрлөгө һис ҡасан ташламаһын, һаулығың ныҡлы булһын, һәр тыуар көн бәхетле хәтирәләр, яҡты уйҙар бүләк итһен. Иң мөһиме – сәләмәт бул, донъя мәшәҡәттәре өсөн көйөнмә. Хоҙай һине күңел тыныслығынан, бәхет, шатлыҡтарҙан айырмаһын. Ошо күркәм байрамыңда һинең сикһеҙ яратыуың, хәстәрлегең өсөн рәхмәттәребеҙҙе еткереп, алдыңда баш эйәбеҙ. Һөйөклөбөҙ, һиңә ошо матур байрамыңда һаулыҡтың иң ныҡлыһын, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең дә һаулыҡта, муллыҡта, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, беҙгә терәк булып, яҡындарыңдың изгелеген тойоп, күңел тыныслығы менән именлектә үтһен.
Рәхмәт һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Иң изге теләктәр менән улың Айрат, ҡыҙҙарың Альфира, Альмира, кейәүең Михаил һәм барлыҡ ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәләрең.