

Ҡарай ауылы.
Ҡәҙерле улыбыҙ, туғаныбыҙ - Айнур Фәнис улы УСМАНОВты йәшлегенең күркәм байрамы - 30 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә алдағы тормошыңда иҫәнлек, оҙон ғүмер, эшеңдә уңыштар, мөхәббәт теләп ҡалабыҙ. Бәхетле бул улым.
Һине ғәжәп тормош көтә,
Алдарыңда юлдың оҙоно.
Һандуғастар бары юлдаш булһын,
Осрамаһын ине ҡоҙғоно.
Бер ҡайсан да ҡаушап ҡала күрмә,
Юлдаш булһын һиңә һиҙгерлек.
Хыялдарың ысынға ашҡан мәлдә
Ҡалдырмаһын һине өлгөрлөк.
Бөгөнгөләй гел йылмайып йәшә,
Күңелеңдә нурҙар уйнаһын.
Тормошоңда бәхет юлдаш булһын,
Ауырлыҡтар һис тә тойма һин.
Иң изге теләктәр менән әтейең, әнейең, апайың, еҙнәң һәм туғандары Руфина, Арслан