

Ермолаево ауылы
Ошо көндәрҙә, яратҡан йәрем, берҙән-берем, ышаныслы тормош иптәшем - Сөмбөл Миңлевәли ҡыҙы КЕЛОВА менән ғаилә усағыбыҙҙы тоҡандырып ебәргәнебеҙгә 20 йыл да булды.
Шул уңайҙан ҡәҙерлемде ихлас ҡотлап, тормош кәртәләрен минең менән бергә үтеп, ауыр саҡтарҙа гел янымда булып, һәр яҡлап хуплап, яратып йәшәүенә, тормошомдоң мәғәнәләре булған өс балабыҙҙы бүләк итеүенә баш эйеп, сикһеҙ рәхмәттәремде еткерәм.
Киләсәк көндәребеҙ өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағыбыҙ шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Ғәзиз балаларыбыҙ, ике улыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙға бар яҡлап та йәшәү өлгөһө, йәшәү үрнәге булып, ҡулға-ҡул тотоноп, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәйтағы оҙон-оҙаҡ, бәхетле тормошта йәшәргә булһын, ҡәҙерлем.
Ҡулға-ҡул тотоноп ғүмер юлын
Үтәбеҙ беҙ ғүмер гел бергә.
Минең ғашиҡ күҙҙәр һинең күҙҙә,
Һинең күҙҙәр минең күҙҙәрҙә.
Йылдар уҙа, ә беҙ һинен менән
Шул уҡ күркәм, шул уҡ ғашиҡтар.
Тоғро булған беҙҙең мөхәббәткә
Барса ғәләм һәр саҡ шаһиттар.
Мөхәббәттең емештәре булып
Имен үҫә ғәзиз балалар.
Тырышҡанда барһын Хоҙай бирә
Имен генә торһон донъялар.
Ҡотлау менән һине яратып тормош иптәшең Илфат, улдарың Ринат, Ильяс, ҡыҙың Сулпан.