

Яҡшымбәт ауылы
Яратҡан тормош иптәшем, ҡәҙерле әтейебеҙ, яратҡан олатайыбыҙ Мәлик Ирек улы СЫНБУЛАТОВты матур ғүмер байрамы - 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Ҡәҙерлебеҙ! Һине ихлас күңелдән, күркәм юбилейың менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һиңә именлек, бәрәкәтле мул тормош, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Әнейебеҙ менән тигеҙлектә, һау-сәләмәт булып, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелектәрен күреп, яҡындарыңдың иғтибарын тойоп, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы,
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе байрам көнөңдә,
Бәхет, шатлыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын
Килә бөгөн бүләк итәһе,
Донъялағы иң матур һүҙҙәрҙең дә
Иң йылыһын һиңә әйтәһе.
Сәләмәтлек ташламаһын ине,
Һәр тыуған көн үтһен шатлыҡта,
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә тормошта.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәхилә, улдарың Фларид, Филюс, Финат, килендәрең Айгөл, Гүзәлиә, Юлиә һәм яратҡан ейәнсәр-ейәндәрең.