

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған ағайыбыҙ, бабайыбыҙ Мәлик Ирек улы СЫНБУЛАТОВты матур 65 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Һиңә донъялағы иң, изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, Рәхилә еңгәбеҙ менән иңгә-иң терәшеп, балаларығыҙҙың изгелектәрен күреп, бәхетле, имен тормошта оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанга.
Һинән гәзиз кеше бармы икән.
Беҙ бәхетле тик һин булганга.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Ҡотлау менән мырҙаларың Юнир, Мәҙәрик, килендәрең Раушания, Ләйлә, һылыуың Миңзәлә, кейәүең Рәмил һәм беҙҙең балалар.