Ғүмереңдең матур саҡтары

Гөлсинә КИНЙӘБАЕВАны ҡотлайбыҙ!

Ғүмереңдең матур саҡтарыҒүмереңдең матур саҡтары
Ғүмереңдең матур саҡтары
Ялсыҡай ауылында тыуып үҫкән бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында йәшәүсе яҡын кешебеҙ, ғаилә дуҫыбыҙ - Гөлсинә Рәкит ҡыҙы КИНЙӘБАЕВАны - 50 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле кешебеҙ, яҡын дуҫыбыҙ, һине матур ғүмер байрамың менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булhын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен.
Изге йөрәкле кеше, хәстәрлекле ҡатын, таянырлыҡ дуҫ булыуың менән беҙ бик бәхетле. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ. Киләсәктә парлы булып, ғәзиздәреңдең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, туғандарың менән бергәләп йәшәргә яҙһын.
50 йәш ул ҡартлык түгел,
Ә ғүмерҙең матур саҡтары.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Ғүмереңдең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары.
Юлдарыңа аҡ бәхеттәр яуһын,
Шатлыҡ балҡып торһон йөҙөңдә.
Ҡайғы-хәсрәт һине урап үтһен,
Шул теләктәр беҙҙән үҙеңә.
Иң изге теләктәр менән ғаилә дуҫтарығыҙ Хәлиловтар ғаиләһе
Автор:
Читайте нас