Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына

Гөлсәсәк АҘНАБАЕВАны ҡотлайбыҙ!

Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡынаЕң һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына
Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына
Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, һөйөклө әхирәтебеҙ Гөлсәсәк Хәсән ҡыҙы АҘНАБАЕВАны күркәм байрамы - 50 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Әхирәтебеҙ, ошо күркәм көн уңайынан һине ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм донъяла булған барлыҡ изге теләктәрҙе юллайбыҙ! Тормошоң тик сағыу буяҙарҙан торһон һәм дә барлыҡ изге теләктәрең тормошҡа ашһын! Өйөңдә бәхет хөкөм һөрһөн, тормош иптәшең менән бер-берегеҙҙе аңлап, яратып, балаларығыҙҙың игелеген генә күреп йәшәгеҙ. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлектең ныҡлыһын, мул тормош һәм сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Сәләмәт бул, бәхетле бул, гел шулай алсаҡ йөҙлө, ихлас күңелле, саф күңелле серҙәш, тоғро ярҙамсы булып ҡал, үҙ һөнәрен яҡшы белгән хеҙмәт өлгөһө булып оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ! Беҙ һине ныҡ яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ!
Сәскә бәйләмдәре бүләк итһәк,
Нәфис сәскәләр тиҙ ҡорор ул.
Йөрәк йылыбыҙҙы бүләк итһәк,
Һыуынмаҫтыр, йылы торор ул.
Тәбрикләйбеҙ юбилейың менән,
50 йәш – ул сәскә саҡ ҡына.
Ташып торған йәшлек дәрте менән
Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Иң изге теләктәр менән ғаилә дуҫтарың - Хәлиловтар һәм Ғәлимовтар ғаиләләре.
Автор:
Читайте нас