Ҙур уңыштар юлдаш булһын

Камил МӨХӘМӘТЙӘНОВҡа изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!

Ҙур уңыштар юлдаш булһынҘур уңыштар юлдаш булһын
Ҙур уңыштар юлдаш булһын
Күмертау ҡалаһы.
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан әтейем - Камил Набил улы МӨХӘМӘТЙӘНОВты матур ғүмер байрамы- 50 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек нурлыһын, шатлыҡтарҙың олоһон теләйбеҙ! Һин беҙҙең таянысыбыҙ, һаҡлаусыбыҙ ҙа, яҡлаусыбыҙ ҙа. Киләсәктә йәшлек дәртен һүндермәй, ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, бергәләп йәшәргә булһын.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар,
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуар таңдар алып килһен һиңә,
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек- ярты бәхет тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Ҡотлау менән тормош иптәшең Гөлнара, улың Илһам.
Автор:
Читайте нас