Һау-сәләмәт булып оҙаҡ йәшә

Әлфир РӘХИМОВты ҡотлайбыҙ! 

Һау-сәләмәт булып оҙаҡ йәшәҺау-сәләмәт булып оҙаҡ йәшә
Һау-сәләмәт булып оҙаҡ йәшә

Ғафури районында тыуып үҫеп, әлеге көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ирем, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, олатайыбыҙ Әлфир Ситдиҡ улы РӘХИМОВҡа, юбилейы айҡанлы, ихлас теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һине 65 йәшлек матур юбилейың — дәрт-дарманлы, маҡсатлы, был тормоштоң, йәшәүҙең ҡәҙерҙәрен белеү осороң етеү менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, һиңә иң мөһиме — ныҡлы һаулыҡ, башҡорт моңондай оҙон, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Киләсәк йылдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәрғә генә тулып тәгәрәһен. Яҡындарыңдың терәк-таянысы булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, матур йәшә!
Тормош һуҡмағынан ғорур атла,
Ҡаршылыҡтар булһа, туҡтама,
Һау-сәләмәт булып оҙаҡ йәшә
Яҡындарың менән йәнәшә.

Ҡотлау менән ҡатының, ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, барлыҡ туғандарың. 

Автор:
Читайте нас