Все новости

Иң яҡыны беҙгә һин генә

Василий КОЧЕТОВты ҡотлайбыҙ!

Иң яҡыны беҙгә һин генә
Иң яҡыны беҙгә һин генә

Ялсыҡай ауылында тыуып үҫкән, хәҙерге көндә Сорғот ҡалаһында йәшәүсе, беҙҙең өсөн ҡәҙерле улыбыҙ, абзыйыбыҙ, бабайыбыҙ Василий Геннадий улы КОЧЕТОВты матур ғүмер байрамы - 45 йашлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, юбилейың менән ҡотлап иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Ғүмер йомғағың һаулыҡта, бәхеткә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп алға тәгәрәһен. Ҡайғы-хәсрәт күрмәйенсә, ауырыу-һыҙлау белмәй, тормош матурлыҡтарын татып, оҙон һәм бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ!

45 йәш — ул ҡартлыҡ түгел,
Ә ғүмерҙең матур сағы.
Бик оҙаҡ йәшә тағы.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Ә ғүмереңде әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары.

Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың,
һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Иң изге теләктәр менән әтейең, әнейең, туғандарың Марсель, Айнур, Айһылыу, Айзилә, килендәрең Надежда, Гөлдәр, кейәүҙәрең Ринат, Айнур һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: