

Шәбағыш ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Фәйрүзә Әхмәтғәлим ҡыҙы КАМАЛОВАны 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең өсөн һин донъяла иң гүзәл, иң изге, иң ҡәҙерле зат. Бар күңел йылыңды һәм хәстәрлегеңде беҙгә өләшеп, башҡаларға үрнәк булып матур ғүмер юлы үтәһең. Кешелекле, оло йөрәкле кешебеҙ, матур ғүмер байрамыңда күңел түренән сыҡҡан теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: һәр көн баш осоңда яҡты ҡояш балҡыһын, көндәрең шатлыҡ менән үтһен, иңдәреңдәге шәфҡәт фәрештәһе һине бер ҡасан да ташламаһын. Алдағы көндәреңдә һау-сәләмәт булып, именлектә, шатлыҡтарға һөйөнөп, оҙон-оҙаҡ бәхетле йәшәргә яҙһын. Һин - беҙҙең тормошобоҙҙоң йәме, һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы. Йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен. Күңелеңдең нуры менән көдәребеҙҙе яҡтыртып, йортобоҙҙоң ҡотон һаҡлап, йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, беҙ - балаларың игелегендә, изгелегендә иҫән-имен оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин
Сабырһың да оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә
Беҙ бәхетле һинең янында
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә
Тормош йәмле тик һин булғанға.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Хәмит, улың Илһам, киленең Ләйсән, ҡыҙың Гөлназ, ейәндәрең Динар, Алина, Руслан һәм бөтә туғандарың.