Мораптал ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Күмертауҙа йәшәүсе туғаныбыҙ, әнейебеҙ - Флүрә Зиннур ҡыҙы ШӘРИПОВАны - 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙәге иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ ике ҡыҙына ғүмер бүләк итеп, тормош ауырлыҡтарына баш эймәйенсә ғәзиз балаларын бер үҙе аяҡҡа баҫтырып, икеһенә лә юғары белем бирҙе.
Ҡәҙерлебеҙ, һин шул тиклем тырыш, хәстәрлекле һәм сабыр йөрәкле әней. Беҙ һиңә һаулыҡтың иң нығын, бәхеттең иң олоһон, йән тыныслығы, эшеңдә ҙурҙан-ҙур уңыштар теләйбеҙ. Һин кешеләр менән ихлас күңелле, ярҙамсыл, аралашыусан кеше, шуға ла һине күптәр ихтирам итә.
Әлегесә күңелең тыныс, ихлас булһын, йөҙөңдән көләс йылмайыуың бер ваҡытта ла китмәһен.
Бәхеттәрең оҡшаш булһын,
Ҡышын яуған ап-аҡ ҡарҙарға.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә,
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар,
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән һине ихтирам итеүсе, яратыусы оло апайың Маһизар, кесе апайың Фәриҙә, ҡыҙҙарың Диана, Әдилә.