Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин

Флүрә ТУРАЕВАны ҡотлайбыҙ!

Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һинБеҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин
Яманһары ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, ғәзиз кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, нәнәйебеҙ – Флүрә Миңлеғәли ҡыҙы ТУРАЕВАны - 70 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Һиңә ер йөҙөндәге иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Хәйерле оҙон ғүмер, сәләмәтлек, йән тыныслығы, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ. Һин киң күңелле, сабыр кеше. Беҙҙең терәгебеҙ, кәңәшсебеҙ, таянысыбыҙ. Киләсәктә лә балаларыңдың ҡыуанысын, игелеген күреп, ейән-ейәнсәрҙәреңә һөйөнөп, атай менән муллыҡта, һаулыҡта ғүмер кисерергә насип булһын һиңә. Ғүмер буйы беҙ – балаларың тип йәшәнең, бик ҙур рәхмәт һиңә, Әсәй.
Рәхмәт һиңә, мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Кәрәм, балаларың Гүзәл менән Кәрим, кейәүҙәрең Рәвил, Артур, ейәнсәрең Элина, ейәндәрең Мунир менән Тимур, бүләң Артем.
Автор:
Читайте нас