

Яманғол ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын булған, ғәзиз кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, әнейебеҙ, балаларыбыҙҙың яратҡан ҡәртәсәһе һәм өләсәһе - Гөлфиә Мансур ҡыҙы ИШБАЕВА үҙенең матур ғүмер байрамын - 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй!
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ошо байрамың айҡанлы, иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Беҙ килгән һайын һинең яҡты йөҙөң, телде йоторлоҡ тәмле һыйҙарың ҡаршы алғанына сикһеҙ бәхетлебеҙ! Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Ҡартайған көнөңдә балаларыңдың, ейәндәренең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып, оҙаҡ йәшә.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Флүр, улың Илнур, киленең Дания, ҡыҙың Айгөл, кейәүең Артур, ейәндәрең Илдан, Данил, Әмин.