Все новости

Күптәр өсөн үрнәк һин!

Лилиә АҘНАБАЕВАны ҡотлайбыҙ!

Күптәр өсөн үрнәк һин!
Күптәр өсөн үрнәк һин!

Яңы Таймаҫ ауылында тыуып үҫкән, бөгөн Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерлеләрҙән -ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙ, инәйебеҙ Лилиә Ришат ҡыҙы АҘНАБАЕВАны - 50 йәшлек ғүмер байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Бөтә кешене таң ҡалдырып, күптәргә үрнәк булып йәшәүсе Лилиә апайыбыҙ ихтирамға лайыҡ, һоҡланғыс кеше. Венер еҙнәбеҙ менән бынамын тигән өс бала тәрбиәләп, һәр береһенә яҡшы тәрбиә, белем биреп, матур йәшәйҙәр.
Лилә апай! Һин беҙҙең өсөн оло терәк, һин беҙҙең йәшәү көсө! Һәр ваҡыт шулай матур, көләс йөҙлө, ярҙамсыл, изге күңелле булып ҡал. Шатлыҡ-һөйөнөстәргә төрөнөп, балаларыңдың изгелектәрен, бәхет-шатлыҡтарын күреп, бар нәмәнән йәм табып, Венер еҙнәбеҙ менән рәхәтлектә бергә-бергә оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер итергә яҙһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың йөҙөңдән китмәһен! Ошо яҡты, матур көнөңдә ысын күңелдән һиңә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ -ҡыуаныстар, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн һәр саҡ йөҙөңдә.
Теләктәрҙең ихлас изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә.
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә.
Насип итһен оҙаҡ йылдар һиңә,
Донъя йәмен татып йәшәргә.
Иң изге теләктәр менән әсәйең - Любовь Тимофеевна, Илшат туғаның менән Людмила киленең һәм уларҙың балалары Евгения, Руслан, Вәсил; Роберт туғаның менән Ләйсән киленең һәм уларҙың балалары Тимур һәм Ләйсән, Радмир һәм Азалия, Румил, Регина, ейәнсәрҙәре Әмилә, Ләйлә, ейәндәре Булат.

Автор:
Читайте нас: