Все новости

Сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!

Лилиә АҘНАБАЕВАны ҡотлайбыҙ!

Сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!
Сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!

Күмертау ҡалаһы

Һөйөклө тормош иптәшем, ҡәҙерле әсәйебеҙ - Лилиә Ришат ҡыҙы АҘНАБАЕВАны 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, тормош иптәшем, тигеҙ итеп өләшкән йөрәк йылың, бөтмәҫ хәстәрлегең, сабырлығың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Ғүмерең һаулыкта, бәхеттә, шатлык-ҡыуаныста ғына бергә-бергә үтһен! Атыр таңдарын ҡояшлы, һәр вакыт көләс, күңелең тыныс булһын. Ҡайғы –хәсрәт күрмәй, ауырыу-һыҙланыу белмәй, оҙон ғүмер, тән сихәте, һаулыҡ, күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйенсә, беҙгә йәшәйеш сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ!
Әсәй! Һин булғанға донъябыҙ йәмле, аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты! Беҙгә биргән яҡшы тәрбиәң өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!
Ҡотло булһын оло юбилейың,
ҙур шатлыҡтар ҡаршы алһындар.
Әгәр булһа төрлө борсолоуҙар,
үткән тормошоңда ҡалһындар.
Килер көндәрең бәхет менән тулһын,
ҡояш һипһен бөтмәҫ йылыһын!
Сәләмәтлек, шатлыҡ –ҡыуаныстың
Хоҙай бирһен һиңә олоһон!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Венер, улың Артур киленең Разалия, ҡыҙҙарың Юлиә һәм Алина.

Автор:
Читайте нас: