Все новости

Мин һине яратам!

Гөлдәр ШӘЙХУТДИНОВАны ҡотлайбыҙ!

Мин һине яратам!
Мин һине яратам!

Ҡансыра ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле һәм яҡын кешем, яратҡан тормош иптәшем - Гөлдәр Юлай ҡыҙы ШӘЙХУТДИНОВАны күркәм ғүмер байрамы тыуған көнө менән ҡотлап йөрәк түремдән сыҡҡан иң йылы, иң изге теләктәремде юллайым!
Яратҡаным, күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, яҡындарыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен. Балаларыбыҙҙың изгелектәрен генә күреп, беҙҙең терәк-таянысыбыҙ, кәңәшсебеҙ, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта йәшә лә йәшә, ҡәҙерлебеҙ! Һиңә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, именлек, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Мин һине яратам!
Ғүмереңдең хазинаһына
Өҫтәлде тағын бер йыл.
Моңайма йылдар үтә тип,
Йылмай һин – бәхетле бул!
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең,
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең!
Ғәмле йылдар, йәмле көндәр
Теләйбеҙ ысын йөрәктән!
Һис кисекмәй ысынға ашһын
Беҙҙең күркәм теләктәр.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Фидан.

Автор:
Читайте нас: