Все новости

Бәхет тулһын күңел түреңә

Зилара БАЕВАны тәбрикләйбеҙ!

Бәхет тулһын күңел түреңә
Бәхет тулһын күңел түреңә
Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ - Зилара Морат ҡыҙы БАЕВАны - 70 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Күркәм ғүмер байрамы менән тәбрик итеп, һөйөклөбеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр, бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ һөйөнөстәр теләйбеҙ! Әлегеләй тормошто яратып, яҡын һәм ҡәҙерле кешеләрең менән оҙон ғүмер кисерергә яҙһын. Һәр саҡ шулай уңған һәм ихлас, ярҙамсыл, кешелекле һәм көслө рухлы булып ҡал. Гел шулай ҡояштай, нурға күмелеп, ихтирамға лайыҡ булып, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, бәрәкәтле мул тормошта, дәрт дарманыңды һүрелтмәй йәшәлә йәшә! Атыр таңдарың нурлы, иртәләрең ҡояшлы, килер көндәрең көләс, кистәрең ай-йөндоҙло, уйҙарың яҡты, ҡүңелең тыныс булһын, мәрхәмәтле йөрәгең арыу- талыу белмәһен.
Беҙ ҡайтып ингәндә ҡолас йәйеп ҡаршы алыуың, мул төбыл артында бергәләшеп ултырыуҙар-сағыштырырһығыҙ оло бәхет. Хоҙай беҙҙе шул бәхеттән айырмаһың! Балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең яҡты киләсәген күреп, уларҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып донья рәхәтлектәре кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, күңелең нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә ҡәҙерлебеҙ.
Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ, әсәй, бер ҡасан да,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә!
Иң изге теләктәр менән улың, киленең, ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.
 
Автор:
Читайте нас: