Все новости

Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен

Зилара БАЕВАны ҡотлайбыҙ!

Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен

Кумертау ҡалаһы
Яҙҙың тәүге сәскәләре баш ҡалҡытҡан йәмле миҙгелдә, беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған туған йәнле һеңлем, алтын ҡуллы уңған бикәсем, киң күңелле, ҡунаҡсыл апайыбыҙ Зилара Морат ҡыҙы БАЕВА тормошондағы күркәм юбилейын билдәләй. Уны ошо матур ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерле туғаныбыҙ Зилара Морат ҡыҙы! Ғүмер байрамыңдың изге таңында беҙ һиңә ҡаҡшамаҫ ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы, рух ныҡлығы, шатлыҡ -ҡыуаныстар менән тулы яҡты көндәр теләйбеҙ. Алдағы тормошоңда ла ғәзиз балаларыңдың изгелеген күреп, һәләтле ейән-ейәнсәрҙәреңдең уңыштарына һөйөнөп, уларға терәк-таяныс булып, бөгөнгөләй ҡартайыу белмәй, муллыҡта- именлектә йәшнәп йәшәргә насип булһын! Һәр атҡан таңға ҡыуанып, барлыҡ дуҫ-туғандарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, бәхетле, бәрәкәтле оҙон ғүмер юлы үтергә яҙһын һиңә! Арыу - талыу, ауырыу- һыҙланыу белмә, дәрт –дарманың ташып торһон! Барлыҡ уй-хыялдарың тормошҡа ашһын!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә!
Тормош матур, йәшә йырлап ҡына,
Баш эймәйсә ҡырыҫ елдәргә.
Һәр миҙгелдә күкрәп сәскә ат һин,
Тиңдәш булып яҙғы гөлдәргә!
Иң изге теләктәр менән еңгәң Хәмдиә, ағайың Марат Кужаковтар һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: