Все новости

Сикһеҙ рәхмәтлебеҙ

Мәрйәм ХАЙРОВАны ҡотлайбыҙ!

Сикһеҙ рәхмәтлебеҙ
Сикһеҙ рәхмәтлебеҙ
Ырымбур өлкәһе, Аллабирҙе ауылы
Һөйөклө әсәйебеҙ, яратҡан ҡәйнәбеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ Мәрйәм Минеғәлим ҡыҙы ХАЙРОВАны тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Һөйөклөбөҙ киң күңелле, ярҙамсыл, туған йәнле булыуы менән ихтирамға лайыҡ. Ғәзиз кешебеҙгә тигеҙ итеп өләшкән йөрәк йылыһы, бөтмәҫ хәстәрлеге, сабырлығы, беҙ тип янып йәшәүе өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һинең оло терәк һәм кәңәшсе булыуың – беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Һин булғанда донъябыҙ йәмле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, уйҙарыбыҙ яҡты.
Ҡәҙерлебеҙ – һин беҙҙең өсөн иң яҡын, иң ғәзиз кеше. Матур ғүмер байрамың уңайынан йөрәк түренән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе ҡабул итеп ал. Ғүмер юлың оҙон, бәхет шишмәләрең тулы, йөҙөң һәр ваҡыт көләс, күңелең тыныс булһын. Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, ауырыу-һыҙланыу белмәй, балаларыңдың яҡты киләсәген күреп, донъя рәхәтлектәре кисереп, күңелең нурҙары менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә лә йәшә! Беҙ һине яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ!
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең – бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Рәйсә, Фәниә, кейәүҙәрең Самат, Илдар, Данис, ейән-ейәнсәрҙәрең Әлфинә, Эльнара, Илюзә, Азат, Венера, Роксана һәм бүлә-бүләсәрҙәрең Амирхан, Дияна.
Автор:
Читайте нас: