Все новости

Бәпес еҫе — иң танһыҡ еҫ

Алина менән Айбулатты иң бәхетле көндәре менән ҡотлайбыҙ!

Бәпес еҫе — иң танһыҡ еҫ
Бәпес еҫе — иң танһыҡ еҫ

Яҡын дуҫтарыбыҙ Алина һәм Айбулат Үлмәҫбаевтарҙы ғүмерҙәренең иң бәхетле, иң ҡыуаныслы һәм мөһим көндәре менән ҡотлайбыҙ!
Һеҙҙең бөгөн тәүге тапҡыр атай-әсәй булған, иң бәхетле көнөгөҙ, ошо көндә һеҙҙең шатлыҡлы мәлдәрегеҙҙе уртаҡлаша алыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ! Алла бирһә, сабыйҙы тигеҙлектә, бәхеттә-муллыҡта, матур итеп тәрбиәләп үҫтереүегеҙҙе теләйбеҙ, оҙон ғүмерле, һау-сәләмәт булһын бәләкәс, һеҙгә тик шатлыҡ, ҡыуаныстар ғына бүләк итһен, үҙегеҙгә иш булһын!
Бәпес еҫе — иң танһыҡ еҫ,
Иң тәмле еҫ донъяла!
Татлы ғына сабый бала
Үҫһен парлы ояла!
Бәпес һөйөү— ҙур бәхет ул,
Иң таҙа һәм саф хистәр.
Ҡыуанысҡа төрөнөп үтһен
Иртәләр, көндәр, кистәр.
Бала бағыу ҡыуаныстың
Артып ҡына килеүе.
Бар байлыҡтарҙан ҡиммәт
Сабыйыңдың көлөүе.
Иң изге теләктәр менән дуҫтарығыҙ Гөлнур һәм Фларис, Юлай һәм Гөлназ.

 
Автор:
Читайте нас: