Все новости

Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ

Нәркәс ИБРАҺИМОВАны тәбрикләйбеҙ!

Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ

Ырымбур өлкәһе Дәүләтҡол ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе беҙҙең яратҡаныбыҙ, ҡыҙыбыҙ, һылыуыбыҙ, апайыбыҙ Нәркәс Рауил ҡыҙы ИБРАҺИМОВАны күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул торош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытт ла китмәһен. Беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ һәм иң изге теләктәр генә теләйбеҙ!
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе,
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Беҙҙең күңел һәр саҡ һиңә
Теләй бары изге теләк,
Ер йөҙөндә һинән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Изге теләктәр менән атай-әсәйең, Түлгән районынан Ишкилдиндар һәм Мәзитовтар ғаиләләре, Өфө ҡалаһынан Яҡуповтар һәм Күмертау ҡалаһынан Яҡуповтар ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас: