Все новости

Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар

Нәркәс ИБРАҺИМОВАны ҡотлайбыҙ!

Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле, яратҡандарҙан-яратҡан, хөрмәт иткән әсәйебеҙ, тормош иптәшем - Нәркәс Рауил ҡыҙы ИБРАҺИМОВАны күркәм ғүмер байрамы - 50 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ихлас ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле әсәйебеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар, шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, бәрәкәтле, имен тормошта оҙон бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, килер көндәрең – көләс, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын, мәрхәмәтле йөрәгең арыу-талыу белмәһен.
Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле терәгебеҙ булып, балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын!
Яратҡаныбыҙ, беҙ һәр саҡ һине ҡыуандырып ҡына торорбоҙ!
Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Тыуған көнөң менән!
Иң изге теләктәр менән һинең тормош иптәшең Урал, улың Азат, ҡыҙҙарың Розалина һәм Рәзилә, киленең Оксана, кейәүең Илья.

Автор:
Читайте нас: