Все новости

Таҙалыҡта үтһен көндәрең

Бөгөн Бикташева Гөлназ Таһир ҡыҙы үҙенең алтын юбилейын билдәләй.

Таҙалыҡта үтһен көндәрең
Таҙалыҡта үтһен көндәрең

Ҡәҙерлебеҙ Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын уңышлы тамамлап, оҙаҡ йылдар Мораптал урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. Яуаплылыҡ, талапсанлыҡ кеүек матур сифаттар менән яуланы ул хеҙмәт абруйын. Ҡыҙы Гүзәлен дә, әсәлек наҙына сорнап үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙы. Бөгөн иһә ул – алмаштырғыһыҙ өләсәй, ейәне хәстәрлек, мөхәббәт, изгелек мөхитендә тәрбиәләнә.
Хөрмәтле Гөлназ Таһир ҡыҙы, киләсәк көндәрегеҙ өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә сорналып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.

Оҙон ғүмер бирһен һеҙгә Хоҙай,
Һыҙланмаһын аяҡ-ҡулдарың.
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донья именлеге
Юлдаш булһын һеҙгә һәр саҡта!

Иң изге теләктәр менән Хәлиловтар, Рәхмәтуллиндар ғаиләләре. 

Автор:
Читайте нас: