Мораптал ауылы
Бөгөн беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған яратҡан олатайыбыҙ Марат Хәлиулла улы Шәмсүтдинов - 85 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙҙе тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Fүмер миҙгеленең матур байрамында олатайыбыҙға ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәhендәй аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарының тормошҡа ашыуын, иҫәнлек-hаулыҡта ғүмер итеп, балаларының изгелеген күреп, беҙҙе ҡыуандырып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ. Донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, фәһемле кәңәштәрең, бөтмәҫ ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һиңә, олатай.
Оҙаҡ йылдар шофер булып эшләгән. Өләсәйем менән ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәүҙәренә лә 1 апрелдә 60 йыл булды.
Беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙҙе, Хоҙай сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Ҡартайған көнөгөҙҙә балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып, оҙаҡ йәшәгеҙ.
Һеҙ булғанға беҙгә тыныс, донъя бөтөн,
Һеҙ булғанға беҙҙең тормош матур.
Һеҙ бит беҙгә оло терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк,
Һеҙ ҙә беҙгә шулай бик кәрәк.
Көндәрегеҙҙе шатлыҡ биҙәһен,
Сәләмәтлек үҙе бәхет бит ул –
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Әнисә, ейәнең Илшат, ейәнсәрең Илүзә, кейәүең Марсель һәм бүлә-бүләсәрең Денис менән Динә.