Все новости

Ҡояштыҡы булһын ғүмерең!

Шамил ХӘСӘНОВты ҡотлайбыҙ! 

Ҡояштыҡы булһын ғүмерең!
Ҡояштыҡы булһын ғүмерең!

Ҡарай ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Абдул ауылында йәшәүсе, оҙаҡ йылдар "Искра" ауыл хужалығында механизатор булып эшләүсе, ҡәҙерле мырҙабыҙ, ағайыбыҙ, бабайыбыҙ Шамил Рауил улы Хәсәновты - 50 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Беҙҙең туғаныбыҙ хәстәрлекле, тырыш, изге йөрәкле атай, уңған ғаилә башлығы, таянырлыҡ мырҙа һәм кәңәш һорарлыҡ абзый ул. Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, иҫәнлек, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, балаларыңдың, туғандарыңдың изгелектәрен күреп, ихтирам, иғтибарҙарын тойоп, уңыштарына шатланып, бәрәкәтле тормошта, тормош иптәшең Гөлназ менән тигеҙлектә, бәхетле ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ!
50 йәшең килеп ишек ҡаҡҡас,
Мендем тимә йәштең түренә,
Күңелеңдә ҡалһын яҙ сыуағы,
Ғүмер үтә тейеп һүрелмә.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Шатлыҡ менән үтһен һәр көнөң,
Ҡоростоҡо булһын таҙалығың,
Ҡояштыҡы булһын ғүмерең!
Иң изге теләктәр менән туғандарың Сәйфүтдиновтар, Ҡобағошевтар, Байғубәковтар, Хәсәновтар.

Автор:
Читайте нас: