+16 °С
Облачно
Әнәйебеҙ Линира Хөснөтдин ҡыҙы, әлеге көндә, матур итеп Гөлнара ҡыҙы менән йәшәп ята. Ейән-ейәнсәрҙәре килеп хәл белә, ҡыҙҙары Мәскәү ҡалаһында эшләп йөрөйҙәр. Әнәйҙе бөтә кешеләр: коллегалары ла, туғандары ла, ғаиләһе лә, күрше-күләндәре лә, бөтә ауыл халҡы хөрмәт итә, сөнки үҙе лә кесене-кесе, олоно-оло, туғанды-туған итә белгән, әтей-әнәйҙәренә хөрмәт менән ҡараған, оло йөрәкле кеше.