Все новости

Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта

Зөлфиә ИСХАКОВАны ҡотлайбыҙ!

Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта

Көйөргәҙе ауылы

Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ Зөлфиә Ҡотдус ҡыҙы ИСХАКОВАны күркәм байрамы – 55 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Сабыр холҡло, киң күңелле, яратҡан кешебеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, ғүмерҙең иң оҙонон, көндәрҙең яҡтыһын, бәхет-шатлыҡтарҙын иң олоһон теләйбеҙ. Һин беҙҙең таянысыбыҙ, кәңәшсебеҙ, йәшәү йәмебеҙ. Йылы һүҙең, беҙгә биргән мөхәббәт-наҙың, мул табының өсөн һиңә ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә йортобоҙҙоң нуры, тормошобоҙҙоң терәге булып, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, ныҡлы сәләмәтлектә, һәр атҡан таңға ҡыуанып, һөйөнөп кенә йәшәрәгә яҙһын. Беҙ һине яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген,
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Илдар, улдарың Вәсил, Салауат, ҡыҙың Юлиә, кейәүең Марсель.

Автор:
Читайте нас: