Все новости

Йәшә шатлыҡтарға күмелеп

Линира МАННАНОВАны ҡотлайбыҙ!

Йәшә шатлыҡтарға күмелеп
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп

Яңы Мораптал ауылы

Ҡәҙерле апайыбыҙ, туғаныбыҙ Линира Хөснөтдин ҡыҙы МАННАНОВАны 75 йәшлек юбилей көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Уға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле, оҙон ғүмер, ҡыуаныс-шатлыҡтар теләйбеҙ. Үҫтергән балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген,тапҡан донъяларының рәхәтен күреп,күңел тыныслығында йәшәргә насип итһен. Характеры ла, рухы ла көслө беҙҙең апайыбыҙҙың. Тормоштоң ҡыйынлыҡтарына бирешмәй,тырышып донъяһын да көттө, балаларын да үҫтерҙе. Һәр эштә тырышып эшләне. Күп йылдар һауынсы ла булып эшләне. Колхоз баҫыуында йәйҙән, ҡарлы көҙгәсә звеналап сөгөлдөр үҫтерҙе. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Мораптал балалар баҡсаһында хужалыҡ эштәре буйынса мөдир вазифаһын башҡарҙы. Халыҡ, коллегалары араһында абруй-хөрмәт ҡаҙанды. Әлеге көндә лә коллегалары менән үҙ–ара ҡатышып йәшәйҙәр.
Иң ҙур апайыбыҙҙы яратабыҙ, ихтирам итәбеҙ. Уға ауырыу –һыҙлау белмәй, дәрт-дарманы һүнмәй, донъяның рәхәтенә, матурлығына төрөнөп, оҙон-оҙаҡ бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Атай-әсәйебеҙ өйрәткәнсә үҙ-ара татыу, ярҙамсыл, матур туғандар булып йәшәйек.
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Ҡотлау менән Солтанбәковтар, Ҡәҙерғәлиндәр, Ҡәҙерғоловтар, Шәмсетдиновтар ғаиләләре исеменән һылыуы Гөлкәй.

Автор:
Читайте нас: