Все новости

Йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ

Ҡәҙерле тормош иптәшем, һөйөклө олатайыбыҙ һәм атайыбыҙ Ғәлим Вәлетдин улы МӘМБӘТҠОЛОВтың, беҙҙе ауыр ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 16 майҙа 40 көн тула.

Йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ
Йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ

Һөйөклөбеҙ кешелекле, изге күңелле, ярҙамсыл, алсаҡ ине. Олоһона ла, кесеһенә иғтибарлы булды, һәр кешегә ярҙам итеп йәшәне. Барыбыҙға ла изге кәңәштәрен биреп, һәр саҡ терәк-таяныс булды. Ҡәҙерле кешебеҙҙе белеүселәр, уның изге рухын, яҡты иҫтәлектәрен тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ауыр тупраҡтары енел, ятҡан урындары ожмахта, тар ҡәберҙәре киң, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын.
Мәрхүмден тормош иптәше, ҡыҙҙары һәм ейәнсәре.

Автор:
Читайте нас: