Все новости

Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда

Альбина ҒАЙСИНАны ҡотлайбыҙ!

Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда

Күмертау ҡалаһында тыуып үҫкән, хәҙерге ваҡыта Яҡшымбәт ауылында донъя көткән ҡыҙыбыҙ, һылыуым Альбина Рәис ҡыҙы ҒАЙСИНАны 35 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән тәбрик итәбеҙ!!!!
Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтыртһын, балҡытып торһон. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға ҡыуанып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп йәшә лә йәшә әле! Әлегеләй алсаҡ йөҙлө изге күңелле булып, ауырымай-һыҙланмай оҙон ғүмер ит. Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән атай-әсәйең, апайың Әлиә, еҙнәң Илшат һәм уларҙың ҡыҙҙары Идалия.

Автор:
Читайте нас: