Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен

Рафаэль БИКМАЕВты ҡотлайбыҙ!

Көндәреңде шатлыҡ биҙәһенКөндәреңде шатлыҡ биҙәһен
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен

Яҡшымбәт ауылында тыуып үҫкән ҡәҙерле класташыбыҙ Рафаэль Айрат улы БИКМАЕВты 50 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Йәйҙең үҙе кеүек яҡты йөҙлө, изге күңелле, оло йөрәкле, тырыш, сабыр холоҡло класташыбыҙға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәрәкәтле яҡты көндәр теләйбеҙ. Хоҙай һине күңел тыныслығынан, бәхеттән айырмаһын. Донъя рәхәтлектәрен кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, уларҙың изгелектәрен, ҡәҙер-хөрмәтен күреп, артабан да бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Һәр көн баш осоңда яҡты ҡояш балҡыһын, һау-сәләмәт булып, именлектә, бәхет-шатлыҡта йәшә.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Ғүмер байрамың ҡотло булһын!
Иң изге теләктәр менән класташтарың.

Автор:
Читайте нас