

Яҡшымбәт ауылы
Тәбиғәттең иң матур сағында – июнь айында ҡәйнешем Рәүеф Тимерхан улы АБДУЛЛИНдың матур юбилейы.
Ул Яңы-Ауылда тыуып, Яҡшымбәт ауылында ике малай үҫтереп, Гөлгөнә киленебеҙ менән, матур итеп донъя көтәләр.
Уны ошо матур юбилейы менән ҡотлап, иң изге теләктәремде еткерәм. Алдағы көнөңдә лә шулай эшһөйәр, алсаҡ, һәр ваҡыт кешеләргә ярҙамсыл, миһырбанлы булып ҡалыуын теләйем. Киләсәк тормошоң гел аҡ бәхеттәрҙән генә торһон. Балаларыңдың изгелеген күреп, уларҙың ҡыуаныстарына төрөнөп, киленебеҙ менән парлы, матур тормошта, йән тыныслығында, мөхәббәттә йәшәргә яҙһын. Илебеҙ күге аяҙ, тыныс булһын.
Иң изге теләктәр менән Фәнил еҙнәң Исмәғилев.