Все новости

Икегеҙ бер йән булығыҙ

Ҡәҙерле Алмас һәм Гүзәлиә МУРЗАБУЛАТОВТАРҙы тормоштарындағы иң бәхетле көндәре, изге, матур байрамдары – туй көндәре менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Икегеҙ бер йән булығыҙ
Икегеҙ бер йән булығыҙ

Бөгөн һеҙҙең йәшлек миҙгелегеҙҙә иң шатлыҡлы, иң бәхетле, һоҡландырғыс көнөгөҙ. Был көн күңел түрегеҙҙә ғүмер буйы иң матур мәл булып һаҡланһын. Ошо тәүге матур ғаилә байрамығыҙ менән ҡотлап, һеҙгә пар аҡҡоштарға хас тигеҙ мөхәббәт теләйбеҙ. Һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, тормош һынауҙарына бирешмәй, бер-берегеҙҙе яратып, ихтирам итеп, тыныс, имен тормошта йәшәгеҙ.
Уртаҡ мөхәббәт усағын әле берегеҙҙең, әле икенсегеҙҙең күңел ҡуҙы һаман-һаман ялҡынлатып торһон. Һыуһағанда бер-берегеҙ өсөн йәшәртеүсе, йәшәтеүсе тере шишмә булығыҙ, бер йүнәлештә, һәр саҡ бергә булһын атлар юлығыҙ. Баш осондағы күк йөҙө аяҙ, зәңгәр булһын, бер-берегеҙҙе яратып, хөрмәтләп оҙаҡ ғүмер итергә, ҡартлыҡ көнөгөҙгә тиклем шатланып, шау-гөр килеп йәшәргә яҙһын. Өйөгөҙҙә йәмләп, мөхәббәтегеҙҙең татлы емештәре булып, бер-бер артлы ул һәм ҡыҙҙарығыҙ тыуып торһон. Бәхетле булығыҙ!
Ҡотло булһын никах туйығыҙ,
Аҡтан булһын барыр юлығыҙ!
Йылы булһын ҡорған өйөгөҙ,
Бергә булһын һәр саҡ уйығыҙ!
Йәшәгеҙ һеҙ пар булып,
Икегеҙ бер йән булып.
Күршеләргә – үрнәк ғаилә,
Дуҫтар өсөн дан булып.
Ҡауыштығыҙ йәшлек иртәһендә
Иңде-иңгә ҡуйып, аңлашып.
Йыраҡтағы ҡартлыҡ көнөгөҙгә
Барып етегеҙ һеҙ парлашып.
Иң изге теләктәр менән атайың Фәнис, әсәйең Әлфиә, ҡустың Данис, апайың Лилиә, езнәң Радмир, Айгөл һылыуың, Тимур мырзаң.

Автор:
Читайте нас: