Все новости

Һин бит беҙҙең өсөн ҡояш!

Зөлфирә Самат ҡыҙы ХӨСӘЙЕНОВАны ҡотлайбыҙ!

Һин бит беҙҙең өсөн ҡояш!
Һин бит беҙҙең өсөн ҡояш!

Беҙҙең өсөн яҡын булған кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, хәстәрлекле, һөйөклө әсәйебеҙ, ҡәҙерле киленебеҙ, еңгәбеҙ Зөлфирә Самат ҡыҙы ХӨСӘЙЕНОВАны йәшлегенең күркәм байрамы - 25 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле, балаларым, яҡындарым, тип өҙөлөп тора. Өйөбөҙҙөң йәмен һаҡлап тороусы яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормошта донъябыҙҙы нурлы итеп, бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта беҙҙе ҡыуандырып йәшәргә яҙһын һиңә, ҡәҙерлебеҙ. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Һәр ваҡыт та шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, миһырбанлы булып ҡал, нурлы йылмайыуың йөҙөңдән һис ҡасан китмәһен!
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә, матур йәй һымаҡ.
Һин бит беҙҙең өсөн ҡояш,
Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ.
Оҙаҡ йәшә, мәңге йәш бул,
Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ!
Ҡотлау менән тормош иптәшең Айгиз, балаларың, ҡәйнәң Гөлсиә, ҡайның Флүз, апайың Фәнилә, еҙнәң Ильдар, бикәстәрең Зарина, Әлфинә, Әдилә һәм ҡәйнешең Иҙрис.

Автор:
Читайте нас: