Все новости

Һинең менән донъябыҙ йәмле

Зәйтүнә Аҙнабаеваны ҡотлайбыҙ!

Һинең менән донъябыҙ йәмле
Һинең менән донъябыҙ йәмле

Яңы Таймаҫ ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Зәйтүнә Миҙхәт ҡыҙы АҘНАБАЕВАны 75 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, әсәй!
Хоҙай Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын һиңә беҙгә йәшәү нуры биргәнең өсөн. Күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйенсә, беҙгә, балаларыңа, йәшәйеш сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ.
Сәстәреңә, әсәй, сал керһә лә,
Һин бит беҙҙең йөрәк түрендә.
Оҙаҡ йәшә, әсәй, ауырымайынса,
Һин – был донъяла бер генә.
Иң изге теләктәр менән улдарың, ҡыҙың, килендәрең, кейәүең, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас: