Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
11 Августа 2023, 10:34

Шатлыҡ менән тулһын күңелең

Рәмзиә ҮТӘГӘНОВАны ҡотлайбыҙ!

Шатлыҡ менән тулһын күңелең
Шатлыҡ менән тулһын күңелең

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, апайыбыҙ Рәмзиә Мырҙағәли ҡыҙы ҮТӘГӘНОВАны 65 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Тынғы белмәй, күп яҡлап та белем алырға ынтылған, башлаған һәр эшен бер нимәгә ҡарамай аҙағына алып барырға өйрәнгән, сабырлығы, кешеләргә ярҙамсыл булыуы менән һоҡландырған һөйөклөбөҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер, именлек теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Юбилейың, әсәй, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!
Иң изге теләктәр менән балаларың, яҡындарың.

Автор:
Читайте нас: