Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
12 Августа 2023, 14:13

Беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле һин

Радик ЯРЫШЕВТЫ ҡотлайбыҙ!

Беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле һин
Беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле һин

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Радик Ғайса улы ЯРЫШЕВты 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ тырышып донъя көтә, беҙгә, балаларына, ярҙам итеп, аҡыллы кәңәштәрен биреп, барыбыҙҙы ла йыйып, берләштереп йәшәй.
Яҡыныбыҙ ошо күркәм юбилейың менән ҡотлап һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтырһын, балҡытып торһон. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға ҡыуанып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп йәшә лә йәшә әле! Әлегеләй алсаҡ йөҙлө изге күңелле булып, ауырымай-һыҙланмай оҙон ғүмер ит.
Изге теләк, йылы һүҙҙән башҡа,
Таба алмайбыҙ оло бүләкте.
Беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле һин,
Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле.
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙөң.
Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, бәхет менән
Үтһен һәр бер килер көнөң.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рауза, улдарығыҙ Рәмил, Илгиз, Илшат, килендәрегеҙ Ғәлиә, Гөлнур, Илмира һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ менән бүләрегеҙ.

Автор:
Читайте нас: