Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
12 Августа 2023, 14:28

Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн!

Хәмиҙә ИСКӘНДӘРОВАны ҡотлайбыҙ!

Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн!

Яҡуп ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын кешебеҙ, һөйөклө әсәйебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ - Хәмиҙә Юнир ҡыҙы ИСКӘНДӘРОВАны күркәм байрамы - 65 йәшлек матур юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ошо байрамың айҡанлы, иң изге, иң яҡын теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Гел шулай тормош матурлыҡтарына ҡыуанып, йөҙөңдәге алсаҡлығыңды юғалтмай, күңелеңдәге ихласлыҡты һаҡлап йәшә. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, оҙон ҡәҙерле ғүмер, ауырымай- һыҙланмай, күңел тыныслығында, балаларыңдың изгелеген күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, ейән-ейәнсәрҙәреңә яратҡан өләсәй булып бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын!
Йәшәү шатлығы һин - беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, ҡәҙерлебеҙ, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән балалары Рәмил, Әлфинә, Рәсил, Әлиә, Лилиә, килен, кейәүҙәре Ләйсән, Альбина, Ришат, Фәрит, Урал һәм ун дүрт ейән-ейәнсәре.

Автор:
Читайте нас: