Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
12 Сентябрь 2023, 09:08

Үҙ эшенең оҫтаһы

Бына 40 йыл инде ул китаптар доньяһында эшләй. «Китап ене» ҡағылғанмы әллә һиңә?

Үҙ эшенең оҫтаһыҮҙ эшенең оҫтаһы
Үҙ эшенең оҫтаһы

«Үҙемде белгәндән бирле китап уҡырға яраттым. Шуға ла 1983 йылда Яҡут ауылына килен булып төшкәс, китапханасы булып эш башланым. “Китап – белем шишмәһе”- тиҙәр бит, китап уҡып ҡына ла төрлө мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы яңы мәғлүмәттәр белергә була. Китапханасы булыу – үҙең белгәнде кешегә еткереү өсөн дә мөмкинлек бирә. Моғайын, һөнәр һайлауыма ошолар барыһы ла йоғонто яһағандыр», - тине Таңһылыу Исламғолова.
Ошо көндәрҙә Таңһылыу Шәйәхмәт ҡыҙының матур юбилейы үтте. Уны “Күңел нуры” ойошмаһы ағзалары ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ һәм иҫәнлектә-һаулыҡта эшләп, яңынан-яңы уңыштарға өлгәшеүен теләйбеҙ.
Гөлшат ЯМАТОВА,
Яҡут башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы
Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды

Автор:
Читайте нас