Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
12 Сентября 2023, 11:13

Йәшә шатлыҡтарға күмелеп!

Илһам ҮЛМӘҪБАЕВты ҡотлайбыҙ!

Йәшә шатлыҡтарға күмелеп!
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп!

Ялсыҡай ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә ғаилә ҡороп баш ҡалабыҙ Өфөлә йәшәгән ҡәҙерле улыбыҙ, мырҙабыҙ - Илһам Азамат улы ҮЛМӘҪБАЕВ йәшлегенең күркәм байрамын - 30 йәшлек юбилейын билдәләй.
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ шул тиклем тырыш, уңған, ҡуйылған маҡсаттарына ирешеүсән, изге күңелле, ярҙамсыл һәм көслө рухлы кеше. Ул һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер, уҡығанда ла тырыш булды, хәҙер инде эшен дә уңышлы башҡара, тормош иптәше өсөн тоғро ир, улы өсөн өлгө булырлыҡ атай ҙа ул.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ошо байрамыңда һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, беҙҙең күңел йылыһын тойоп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп, ҡәҙер хөрмәттә йәшә. Тормош юлың мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөлөп үтһен, алдыңа ҡуйған маҡсаттарың гел шулай тормошҡа ашып торһон.
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Зөлфиә, атайың Азамат, ағайың Айбулат, еңгәң Алина һәм Лиана туғаның.

Автор:
Читайте нас: