Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
15 Сентября 2023, 10:50

Килер көндәрең тыныс булһын

Ғәлиә Мәрвән ҡыҙы ҒӘЛИМОВАны ҡотлайбыҙ!

Килер көндәрең тыныс булһын
Килер көндәрең тыныс булһын

Түбәнге Бабалар ауылы
Оҙаҡ йылдар һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләп, хаҡлы ялда булыусы, хөрмәтле коллегабыҙ Ғәлиә Мәрвән ҡыҙы ҒӘЛИМОВАны ғүмеренең матур байрамы - 65 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Хеҙмәттәшебеҙ оло йәнле, бик ярҙамсыл һәм кешелекле, тырыш, егәрле, аҡыллы кеше, күп йылдар алыштырғыһыҙ фельдшер булып, ул бар эшен дә еренә-еткереп, намыҫлы башҡарҙы, ауылдаштары ла уның эше менән ҡәнәғәт булды.
Хеҙмәттәшебеҙҙе матур юбилейы менән ҡотлап, уға ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Киләсәктә лә яратҡан балаларыңдың изгелеген күреп, тормош иптәшең менән бергә, бәхетле, имен, бәрәкәтле, мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшә! Һәр ваҡыт шулай изгелекле, алсаҡ, киң күңелле булып ҡал, йөҙөңдән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен, атыр таңдарың аяҙ, килер көндәрең тыныс булһын.
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген,
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәт, Түбәнге Баба, Ҡотлоюл, Көйөргәҙе ауылдары участка һаулыҡ һаҡлау коллективтары.

Автор:
Читайте нас: