Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
22 Сентября 2023, 12:12

Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта!

Эльвира ВӘЛИДОВАны ҡотлайбыҙ!

Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта!
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта!

Яратҡан апайым, инәйебеҙ - Эльвира Ильшат ҡыҙы ВӘЛИДОВАны тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Байрамың матур көндәр, изге хәбәрҙәр, шатлыҡлы яңылыҡтар ғына алып килһен. Бөгөнгө шат, сәләмәт, бәхетле йылмайыуың һине бер ҡасан да ташламаһын. Һәр саҡ шулай саф күңелле серҙәш, тоғро ярҙамсы, үҙ һөнәрен яҡшы белгән хеҙмәт өлгөһө булып оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйбеҙ. Сәләмәтлек, йән-тән тыныслығы һәм бәхеттәр һиңә ихлас күңелдән.
Донъялағы һәр бер яҡшылыҡтан,
Өлөш сыҡһын һиңә мул ғына.
Беҙ теләйбеҙ һиңә аҡ бәхеттәр,
Шатлыҡтарға илткән юл ғына.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Ҡотлау менән һылыуың Ирина, улдарың Ислам, Асҡар 

Автор:
Читайте нас: