Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
31 Октября 2023, 00:10

Дәртләнеп йәшәргә яҙһын

Хөрмәтле коллегабыҙ Лена Наил ҡыҙы Хөсәйенованы күркәм ғүмер байрамы - матур юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.

Дәртләнеп йәшәргә яҙһын
Дәртләнеп йәшәргә яҙһын

Һеҙ эшегеҙҙе яратҡан, һәр эште ҙур яуаплылыҡ менән еренә еткереп башҡарыусы, ҙур педагогик тәжрибәгә эйә булған хөрмәтле уҡытыусы. Үҙегеҙҙең төплө, урынлы кәңәштәрегеҙ менән һәр саҡ ваҡытында ярҙамға киләһегеҙ. Мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәүсе, матур идеяларығыҙ менән коллективты дәртләндереп алға эйҙәп тороусы ла. Тормош бөгөн үҙе һеҙгә ике “бишле” куя. Байрамығыҙ менән тәбрикләп, еңел булмаған эшегеҙҙә ҙур ижади уныштар, рухи көс, уй-маҡсаттарығыҙға ирешеүегеҙҙе теләйбеҙ.
Алдағы көндәрҙә һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, имен бәрәкәтле ғүмер, гаилә именлеге , эшегеҙҙә уныштар юлдаш булһын. Тормошто яратып, үҙегеҙ һөйөү һәм ихтирамға сорналып , тормош иптәшегеҙ менән парлашып үҫтергән балаларҙың ҡәҙер –хөрмәтендә, ейән –ейәнсәрҙәр шатлығында, эшегеҙҙән йәм табып, оҙон-оҙаҡ йылдар илһамланып, дәртләнеп йәшәргә лә йәшәргә яҙһын һеҙгә, Лена Наил ҡыҙы.
Ҡотлау менән Абдул урта мәктәбе коллективы

Автор:
Читайте нас: