Һүҙем, әлбиттә, ҡалабыҙҙа бөтә мәҙәни сараларҙың уртаһында янып йөрөгән яҡташым Ринат Хәйбуллин тураһында.
Ринат Миңлеғәле улы таланттарға бай Ишембай районының Кинйә ауылында буранлы февраль айында донъяға килә. Бәләкәйҙән спорт, йыр – моңдо үҙ иткән, гармунда уйнаған егет Күмертау педагогия училищеһына уҡырға инә. Дәрестәрҙән һуң Күмерселәр һарайында бейеү, ҡурай түңәрәктәренә йөрөй, агитбригада составында район буйлап концерттар ҡуя. Әрме хеҙмәтенән һуң Стәрлетамаҡ культура ағартыу училищеһына ситтән тороп уҡырға инә. 1981 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зыя Хәлилов етәкселегендә фольклор ансамбле төҙөлгәс, уның әүҙем ағзаһы, һуңыраҡ уның етәксеһе булып китә. 2009 – 2021 йылдарҙа Ринат Миңлеғәле улы етәкләгән Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт фольклор ансамбле ҡалабыҙҙа ғына түгел республикала танылыу таба. Уның сценарийҙары буйынса сәхнәгә ҡуйылған башҡорт байрамдары, тергеҙелгән йола-йырҙар сәхнәне биҙәй. Һәр кем үҙе яҙған шиғыр юлдарын шунда уҡ көйгә һалып йырлап ебәрә алмай. Тәбиғәт уға башҡортҡа ғына хас сәсәнлек таланты биргән. Уҡытыусы булараҡ балалар өсөн бик күп йырҙар ижад итеүсе шағир ҙа ул. Бөтә ижады, бигерәк тә ҡобайырҙары тыуған иленә, тыуған еренә һөйөү менән һуғарылған. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә, милли мәҙәниәтте үҫтереүҙә арымай талмай эшләүсе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһы «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы, Кинйә Арыҫланов миҙалы менән бүләкләнгән. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Ринат Миңлеғәле улы үҙенең түп-түңәрәк юбилейын билдәләй. Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы яҙыусылар ойошмаһы исеменән ныҡлы сәләмәтлек, ижадына яңы балҡыштар теләйбеҙ!
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Насип булһын һеҙгә ғүмергә.
Яҙыусылар ойошмаһы исеменән Арыҫланова Рима Фәттәх ҡыҙы