Все новости

Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта

Ринат ХӘЙБУЛЛИНды тәбрикләйбеҙ!

Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта
Ҡәҙерле мырҙам, ҡәйнешем, ағайыбыҙ Ринат Миңлеғәле улы ХӘЙБУЛЛИНды - 70 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң йылы, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең яҡты байрамың – күркәм юбилейың. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлектең ныҡлыһын, мул, бәрәкәтле тормош, сикһеҙ бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Уйҙарың яҡты, тыуыр таңдарың һәр саҡ аяҙ, күңелең тыныс булһын. Беҙҙең өсөн терәк-таяныс булып, күңел йылыбыҙҙы тойоп, яҡындарыңдың изгелеген күреп, Ғәлиә киленебеҙ менән бергә, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең ҡәҙер-хөрмәтенә генә төрөнөп, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген,
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән апайың Роза, еҙнәң Радик Ярышевтар һәм уларҙың балалары.
 
 
 
Автор:
Читайте нас: