Все новости

Сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һиңә

Ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Ринат Миңлеғәле улы ХӘЙБУЛЛИНды 70 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һиңә
Сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һиңә

Fүмер миҙгеленең матур байрамында яҡыныбыҙға ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәhендәй аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарының тормошҡа ашыуын, иҫәнлек-hаулыҡта ғүмер итеп, балаларының изгелеген күреп, әсәйебеҙ менән бергә беҙҙе ҡыуандырып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, фәһемле кәңәштәрең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һиңә.
Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Киләсәктә лә балаларыңдың, яҡындарыңдың шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып, оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Изгелектең саф өлгөһө булып,
Һин тораһың, атай, тормошта.
Атай, тип әйтер кешебеҙ булғас,
Рәхмәтлебеҙ ошо яҙмышҡа.
Йәшә, атай, тормош юлдарында,
Әсәй менән икәү йәнәшә.
Беҙгә шулай изге нурҙар сәсеп,
Ҡайғы белмәй, атай, йөҙ йәшә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас: