Все новости

Һәр ваҡыт бул янымда

Хәйерле көн, хөрмәтле "Юшатыр" гәзите редакцияһы!

Һәр ваҡыт бул янымда
Һәр ваҡыт бул янымда

Халыҡ ара ҡатын - ҡыҙҙар көнө уңайынан өлкәндәр ҙә, балалар ҙа донъялағы иң яҡын, иң ҡәҙерле кешеләренә бүләктәр әҙерләй, йөрәктәренең иң түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Нисә йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, һәр беребеҙгә әсәй кәрәк. Уның йылы ҡарашы, сәсебеҙҙән иркәләгән йомщаҡ, наҙлы ҡулдары, күңел йылыһы донъялағы барлыҡ байлыҡтан да ҡәҙерлерәк. Байрам менән әсәлек бәхетен татыған барлыҡ ҡатын - ҡыҙҙарҙы ҡотлайым! Иҫәнлек - һаулыҡ, ҡоростай сәләмәтлек, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, аяҙ күк теләйем.

Һәр ваҡыт бул янымда.

Иң ҡәҙерле кешем донъяла -
Әсәйем, һин - мин фәрештә!
Һинең изге донъяларың
Ярҙам итә беҙҙең һәр эштә.

Ике балаң : улың һәм ҡыҙың,
Дауамы ул һинең ғүмерҙең.
Тик яныңда беҙ һаман бала
Йәшә, әсәй, бер үк ҡартайма!

Яҙғы сәскә - наҙлы ҡарашың,
Тел йоторлоҡ тәмле аштарың!
Тормош юлдарында һаҡлай
Беҙҙе изге фатихаларың!

Баш эйәмен барлыҡ әсәйҙәрғә -
Беҙгә ғүмер бүләк иткәндәргә.
Шатлыҡ - ҡыуаныстар ерҙә
Яныбыҙҙа тик һеҙ булғанға.

Иҫәнлек - һаулыҡ, сәләмәтлек,
Бәхет, шатлыҡ - теләктәрем.
Алыҫ араларҙы яҡынайтып
Барһын һеҙгә шиғыр юлдарым.

Гөлшат Килмәтова

Автор:
Читайте нас: