Мораптал ауылы.
Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле олатайыбыз Марат Хәлиулла улы Шәмсутдиновты 86 йәше менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Ғәзиз кешебеҙ, һиңә булған теләктәребеҙҙең иң мөһиме — алдағы ғүмер йылдарында, һау-сәләмәт булып, бәхетле көндәрҙә, шатлыҡ менән үтергә яҙһын!
Һинең ғүмереңдә лә ауыр көндәр аҙ булманы, һынманың, һығылманың, бына тигән олатай булдың - рәхмәт һиңә! Һин- беҙҙең терәгебеҙ, таянысыбыҙ! Тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, өләсәйем менән икәүләп, өс бала үҫтерҙегеҙ .
Киләсәктә лә балаларындың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, туғандарыңдың шәфҡәтлелеген, мәрхәмәтлелеген, иғтибарын һәм ихтирамын тойоп, өләсәйебеҙ менән тыныс ҡартлыҡта ғүмер итегеҙ! Олатай, артабан да яратҡан балаларындың, ейән-ейәнсәрҙәрендең, бүләләрендең таянысы, туғандарындың үрнәк, өлгөһө булып ҡал!
Олатайыбыҙ - беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Беҙ бәхетле ерҙә һин барға.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
86 йәш ул — ҡартлыҡтың уртаһы,
Ғүмер үтте тип уйлама.
Өләсәй иҫән, беҙ яныңда,
Бәхетле һин, олатай, доньяла.
Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк,
Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен.
Тормош шишмәләре сылтырап аҡһын
Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен.
Йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәр менән ейәнсәрең Илүзә, кейәүең Марсель һәм бүлә-бүләсәрең Денис менән Динә.