Яҡуп ауылында тыуып үҫкән ҡәҙерле ҡәйнешем, абзыйыбыҙ, бабайыбыҙ Урал Ғөбәйҙулла улы ИСКӘНДӘРОВты 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Матур ғүмер байрамың менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң йылы, иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлектең иң ныҡлыһын, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң ҙурыһын һәм бәрәкәтле тормошта күтәренке кәйеф менән, сикһеҙ оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, балаларығыҙ булһын. Шат-көләс йылмайыуың йөҙҙәреңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Уйҙарың яҡты, тыуар таңдарың һәр саҡ аяҙ, күңелең тыныс булһын. Оҙон ғүмер кисереп, тормош иптәшең Фәриҙә менән бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып, балаларығыҙҙың изгелеген, ейән-ейәнсәрәҙрегеҙҙең шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, ҡәҙер-хөрмәттә генә йәшәргә Хоҙай насип итһен.
Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ, бар йөрәктән яратабыҙ.
Киләсәк тормошоң йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, аяҙ булһын, шундай сабыр холҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, киң күңелле, асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡал.
Ҡотло булһын һинең байрамың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һеҙ йәшәгән өйҙөң ишеген!
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта!
Иң изге теләктәр менән Хәмиҙә Юнир ҡыҙы Искәндәрова һәм уның балалары.